Һаулыҡ һаҡлау министры билдәләүенсә, Рәсәйҙә титандан һәм башҡа материалдарҙан медицина изделиелары әҙерләгән производстволар етерлек.
«Улар етештерелә, мәсьәлә ассортимент сәйәсәтен киңәйтеүгә ҡайтып ҡала», — тип хәбәр итте ТАСС Михаил Мурашконың һүҙҙәренә һылтанма менән.
Министр билдәләүенсә, Рәсәйҙә хәҙер ҡайһы бер дарыуҙарға һорауҙың норманан 10 тапҡырға күберәк булыуы күҙәтелгән.
«Иң ғәжәбе шул: препараттарҙың яраҡлылыҡ ваҡыты бар. Ҡайһы берҙәренең ике йыл ғына. Был дарыуҙарҙы билдәле бер ваҡыт эсендә эсеп бөтөп булмай бит», — тине ул. Шулай уҡ Мурашко ил төбәктәрендә льготалылар өсөн дарыу запасы ярты йылға тиерлек етерлек икәнен әйтте.
Фото:Олег Яровиков