Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2021, 09:05

Йүкә сәскә ата башланы

Баш ҡала урамдары һулап туйғыһыҙ бал еҫенә күмелә. Әйтергә кәрәк, быйыл Өфө йүкәләре арыу уҡ иртәрәк сәскә атырға тотондо. Быны белгестәр май айының үтә йылы, хатта эҫе тороуы менән аңлата.

Ҡала ситендә йүкә ағастары әлегә сәскәгә тумаланған ғына. Рәсәй буйынса умартасылыҡ тармағы өсөн иң киң таралған бал сығанаҡтарының береһе һаналған йүкә урмандарының 36 проценты беҙҙең республикаға тура килә.
Йүкә сәскәһе – шифалы дарыу ҙа. Ул бактериаларға, елһенеүгә ҡаршы яҡшы сара, шулай уҡ тән температураһын төшөрә. Һалҡын тейгәндә йүкә сәскәһе төнәтмәһе бермә-бер ярҙам итә, йүткереүҙе баҫа, тын юлдарын таҙалай, ауыҙ ҡыуышлығы боҙолғанда тиҙерәк йүнәлеүгә булышлыҡ итә.
Йүкә сәскәһен ҡәҙимге сәй кеүек төнәтеп, йылы килеш эсергә. Көндәлек норма – 2-3 сынаяҡ.
Фото: kartinkinaden.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова