Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2021, 14:00

Уникаль операция ғүмерҙе ҡотҡарған

Республика онкология диспансеры нейрохирургтары уникаль операция яһаған: кесе мейенең һул ярымшарындағы шеште микрохирургия ысулы менән алып ташлағандар.

Был хаҡта Башҡортостан буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
Операцияны Озал Бейлерли һәм Николай Нуждин исемле табиптар яһаған.
Озал Бейлерли әйтмешләй, “ …баш һөйәге төбө хирургияһы (#skullbasesurgery), бигерәк тә, артҡы баш һөйәге соҡоро өлкәһе нейроонкологияла ҡатмарлы урындарҙан иҫәпләнә”.
- Ошо урында локализацияланған шешкә барып етеү бик ауыр - төп проблема ошонда. Эргәһендә эре артериялар, синустар, баш һөйәге нервылары урынлашҡан. Һәр яңылыш хәрәкәт кире үҙгәртеп булмаҫлыҡ ҡатмарлы хәлгә килтереүе ихтимал. Бындай операцияларҙы тотош донъяла һирәк кенә нейрохирургтар яһай, - ти ул.
Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдың ғинуарынан Республика онкология диспансеры базаһында нейроонкологик койко-урындар булдырылған. Был операция иһә ошо йүнәлеш буйынса тәүге уңышлы үткән осраҡтарҙың береһе. Әлеге ваҡытта пациент үҙен яҡшы тоя.
Табиптар артабанғы дауалау тактикаһын билдәләү өсөн гистология һөҙөмтәһен көтә.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото Башҡортостан буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева