Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2021, 16:20

Тауыҡ көслөрәк булып сыҡҡан...

Салауат районының Ҡалмаҡлар ауылы ихатаһына көтөлмәгән “ҡунаҡ” килеп, себештәре менән ҡыуанышып йөрөгән тауыҡҡа ташланған, тип хәбәр итә “На Салаватской земле” гәзите хеҙмәткәрҙәре. “Ҡунаҡ” тигәнебеҙ хәтәр йән эйәһе йылан инде.

Ул ни сәбәп менән ҡош-ҡорт эргәһенә яҡынлашҡандыр, тәрилкәләге ҡатнаш аҙыҡ ымһындырғандырмы, әллә себештәр менән танышҡыһы килгәндерме, быныһы билдәһеҙ, тип яҙа баҫма. Тауыҡ та уның килеүен үҙһенмәгән, йәһәт кенә ҡыйыу рәүештә һөжүмгә ташланған. Аҙаҡ ҡорбаны ятып ҡалған урындан тиҙ генә себештәрен хәүефһеҙ урынға алып китергә ашыҡҡан. Салауат районында тауыҡтар ҙа батыр икән! Йорт хужабикәһе ваҡиға урынын һүрәткә төшөрөп алырға ла онотмаған.
Шамил Әхмәтшин фотоһы.
Автор: Дина Арсланова