Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2021, 18:30

30-ҙан 55 йәшкә тиклемгеләр күберәк сирләй башлаған

Илдә коронавирусҡа бәйле хәл йәнә киҫкенләшә башланы тигәйнек.

Ә Башҡортостанда һуңғы яңылыҡтар ниндәй? Улар тураһында һәр ваҡыттағыса Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
Ысынлап, әлегә беҙҙә тотороҡлолоҡ һаҡлана. Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡтороусылар – 92 кеше. Дөйөм алғанда, 39,5 мең самаһы кешегә ошо диагноз ҡуйылды. Дауаханаларҙа ятҡан 28 кешенең хәле ауыр, улар реанимацияла.
– Беҙ 30-ҙән 55 йәшкә тиклемге кешеләр араһында сирләгәндәрҙең артыуын күҙәтәбеҙ. Дауаханаларҙа ятҡан кешеләрҙең 95 проценты коронавирустан привика яһатмаған, – тине Максим Забелин. – Урындарға килгәндә, уларҙың 83 проценты биләнгән. Кәрәкле запас резервы бар.
Министр белдереүенсә, байрам көндәрендә республикаға йәнә вакцина килгән. Уларҙың 33 меңе “ГамКовидВак”, 1600 – “КовиВак” һәм 1500 – “ЭпиВакКорона”. Әлеге ваҡытта вакцинаның беренсе компонентын 402 мең кеше һалдырған, 326 мең кеше прививка яһатыуҙы тулыһынса тамамлаған.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, әгәр Башҡортостанда сикләүҙәр була ҡалһа, улар тураһында ҡарар кесе йома оператив штаб ултырышында ҡабул ителәсәк.
Автор: Альфия Мингалиева