Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2021, 18:00

Дөгө кеүәҫе быуындарҙы нығыта

Дөгө кеүәҫе быуындар һыҙлауынан, тубыҡтарҙың шығырлауынан ярҙам итә, сөнки ул организмдағы, айырыуса быуындар араһына ултырған тоҙҙо ҡыуыу сифатына эйә.

Бының өсөн оҙонса формалағы яҡшы дөгө кәрәк. Парҙа тотолғаны, ваҡлап ярҙырылғаны бармай. Шулай итеп, 4 ҡалаҡ дөгө, 3 ҡалаҡ шәкәр, бер ҡалаҡ ҡара (йәки һоро) төҫтәге йөҙөм, бер литр һыу кәрәк.
Әҙҽрләү: дөгөнө һыуҙа һәйбәтләп йыуырға, уға 1 литр һыу ҡойорға, шәкәр мҽнән йөҙөмдө өҫтәргә. Ошо ҡатнашманы дүрт тәүлек өй температураһында тоторға. Йәйге миҙгелдә өс көн дә етә.
Әҙер эсемлекте һөҙөп, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Көнөнә дүрт тапҡыр ашау алдынан 100-150 мл эсергә. Дауаланыу курсы – 5 аҙна. Тәүге көндәрҙә быуындарҙың ауыртыуы көсәйеүе ихтимал. Бының өсөн борсолмағыҙ, тимәк, кеүәҫ организмға тәьҫир итә башланы тигән һүҙ. Дауаланыу осоронда артыҡ майлы, әсе, ыҫланған ризыҡтарҙан баш тартыу зарур. Һөҙөмтә ныҡлы булһын өсөн бер ай ял иткәндән һуң ҡабатларға мөмкин.
Фото: pikabu.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова