Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2021, 10:00

Баҡсағыҙҙа ҡырмыҫҡалар йонсотһа...

Ҡырмыҫҡалар ҙур ғаилә булып йәшәй һәм бик тиҙ үрсеүгә һәләтле. Тәбиғи шарттарҙа уларҙың урман-ҡырға файҙа килтереүе хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ.

Ә бына баҡса ҡырмыҫҡаларының файҙаһынан зыяны күберәк. Ғаиләләре бик тиҙ үрсеү сәбәпле (ә ҙур ғаиләне даими ашатырға кәрәк), улар уңышҡа, айырыуса емеш-еләккә ҙур хилафлыҡ килтерә.
Емеш-еләк ағастарын ҡырмыҫҡанан һаҡлауҙың бер нисә алымы билдәле. Әлбиттә, иң еңел юл – химик препараттар менән эшкәртеү. Әммә был ысулдың зыяны ла ҙур – препарат составындағы зарарлы матдәләр ризыҡ аша кеше организмына үтеп инәсәк.
Икенсе алым – тәбиғи ҡатнашмалар һиптереү.
  • 10 литр һыуға ике аш ҡалағы карбол кислотаһы, 100 мл кәрәсин һәм 400 грамм кер һабыны ҡушығыҙ.
  • Бер литр һыуға 30 грамм етен майы һәм биш грамм сода һалып ҡатнашма әҙерләгеҙ. Был ҡатнашма - бетсәгә ҡаршы ла яҡшы сара. Уны бер нисә тапҡыр һиптерергә кәрәк буласаҡ.
  • Ҡайһы бер баҡсасылар ҡырмыҫҡаға ҡаршы көрәштә кока-кола эсемлеген ҡулланыуҙың бик һөҙөмтәле булыуын билдәләй. Уны 5:1 иҫәбендә һыу менән ҡатнаштырырға кәрәк.
  • Өсөнсө алым – барьерҙар яһау. Ағас олонона ерҙән саҡ ҡына өҫтәрәк итеп ике яҡлы скотч, вазелин һыланған еп, ҡырҡыу еҫле (дегет, кәрәсин һ.б.) туҡыма киҫәген ныҡ итеп урап ҡуйырға була.
    Ағастар янында ҡырмыҫҡалар яратмаған үҫемлектәр үҫтерергә мөмкин. Мәҫәлән, улар һарымһаҡ, тырнаҡ гөлө, әрем, ромашка еҫен өнәп етмәй, ти белгестәр. Әрем кеүек ҡырҡыу еҫле үләндәрҙе әленән-әле ағасҡа элеп торорға ла мөмкин.
    Фото: aznakaevo-rt.ru
    Автор: Гөлдәр Яҡшығолова