Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2021, 10:45

Шахмат бйынса спартакиада

Мәсетле районынан спортсылар командаһы XXX Спартакиада сиктәрендә шахмат буйынса республика ярышында ҡатнашты.

Был сараны Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Баш-ҡортостан Республика ойошмаһы йыл һайын уҙғара. Спорт турниры “Рәсәй – минең тарих” мультимедиа тарихи парк майҙансығында уҙҙы. Унда республика ҡалалары һәм райондарынан килгән 27 команда составында 80-дән ашыу шахматсы ҡатнашты. Ярышҡа составында ике ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ булған командалар саҡырылды. Турнир шәхси-команда иҫәбендә швейцар системаһы буйынса 7 турҙа үтте. Һәр ҡатнашыусыға партия тамамлан-ғансы 15 минут бирелде.