Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2021, 15:20

Беҙҙә һабантуй 12 июндә була

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда һабантуйҙар уҙғарыу графигын раҫланы.

Төбәк етәксеһе Указына ярашлы, Башҡортостанда һабантуйҙар 4 июндә башлана. Һабан байрамын иң беренсе булып Йылайыр районы билдәләй. Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан һәм Салауат райондарында һабантуйҙар 12 июндә уҙа.
Һабантуй көнөндә муниципалитеттарҙа “ҡоро закон” – ғәмәлдә.
Был көндө, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы, ауылдарҙа байрам сараһы уҙған яландар, сауҙа нөктәләре, һыу объекттарында ял итеү урындарында яңы коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн ойоштороусылар профилактика сараларын үткәреү буйынса Роспотребнадзорҙың тәҡдимдәрен һәм башҡа талаптарын үтәргә тейеш.
Һабантуй уҙаһы территорияны халыҡ социаль дистанция һаҡларлыҡ итеп һайларға кәрәк.
Ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың битлектә булыуын, мөмкин тиклем дезинфекция үткәреп, тән температураһын үлсәп индерергә, ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн гигиена шарттарын тәьмин итеүҙе контролдә тоторға тейеш.