Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2021, 11:00

Өфө мэрияһында Ҡала көнөн билдәләү өсөн төп майҙансыҡтарҙы атанылар

Рәсәй көнө, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға – 447, Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыу уңайынан байрам саралары Өфөнөң Ленин майҙанында, «Торатау» конгресс-холында, «Ватан» паркында, Яҡутов исемендәге паркта һәм Дуҫлыҡ монументында ойошторола.

Ҡаланың Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, төп иғтибарҙы мэрия йәшелләндереүгә бүлә – 560 меңдән ашыу бер йыллыҡ сәскә, 315 мең ҡыуаҡлыҡ һәм 15 меңдән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылған.
Шулай уҡ Өфө властары байрамдарҙа тулыһынса байрам иллюминацияһын ҡабыҙырға планлаштыра.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы