Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2021, 10:35

Башҡортостан халҡын июндә өҫтәмә ял көнө көтә

Июндә Башҡортостан халҡы, башҡа рәсәйҙәр кеүек үк, бер көнгә күберәк ял итә.

Киләһе аҙнала, 12 июндә, ил – Рәсәй көнөн, Өфө һәм республика тағы ике мөһим датаны: Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың – 447, Салауат Юлаевтың 267 йыллығын билдәләй.
Байрам шәмбегә тап килә. Шуға биш көнлөк эш аҙнаһында ул дүшәмбегә – 14 июнгә күсерелә.
Йома, 11 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы