Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2021, 14:40

Баш ҡалала коронавирустан прививка яһатыу өсөн өҫтәмә мобиль пункттар асыла

Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы коронавирус инфекцияһынан прививка яһатырға теләгәндәр араһында популярлыҡ яулаған өҫтәмә мобиль вакцинация пункттарын асырға тәҡдим иттеләр.

Өфө хакимиәтенең халыҡтың һаулығын һаҡлау бүлеге етәксеһе Рәдиф Сабиров һүҙҙәренсә, тиҙҙән «Аквамарин», «Үҙәк » сауҙа үҙәктәрендә, «Лента» гипермаркетында, «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» мәҙәниәт һарайында, «Простор» сауҙа үҙәгендә күсмә вакцинация кабинеты асылырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Өфөлә дүрт мобиль пункт эшләне Башҡорт опера һәм балет театрында, «Мега», «Планета» һәм «Башҡортостан» сауҙа үҙәктәрендә. Башҡортостандың баш ҡалаһында коронавирустан прививка яһатҡандар араһында фатир һәм гаджеттар уйнатыла.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы