Уның нигеҙендә Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы баш-ҡарма комитеты Мәҙәниәт һарайы менән берлектә “Мәсетле районы легендалары һәм риүәйәттәре” конкурсы иғлан итә.
Конкурста 12 йәштән алып теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Сара ике этапта уҙа. Беренсе һайлап алыу туры – 2021 йылдың февраленән майына тиклем. Эштәр 28 майға тиклем ҡабул ителә. Икенсе этаптағы йом-ғаҡлау 2021 йылдың 15 июнендә Оло Ыҡтамаҡ Мәҙәниәт һарайында уҙа.
Конкурс эштәренең темаһы – Мәсетле районы хаҡында легендалар һәм риүәйәттәр. Текста халыҡ эпосы телгә алынған булырға тейеш. Яҙыу теле – рус йәки башҡорт телендә.
Текст яҙылған файлды
[email protected] электрон адресына ебәрергә.
Конкурста еңеүселәрҙе диплом һәм аҡсалата бүләктәр көтә.
Тулыраҡ мәғлүмәт Мәсетле районы хакимиәте сайтында.