Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 13:05

Икеһен бер юлы үлтергән...

Ҡот осҡос фажиғәгә йәнә эскелек һәм ҡыҙғаныу сәбәпсе.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы полиция бүлегенә төндә бер ир шылтыратып, ҡыҙғаныу сәбәпле гражданлыҡ никахында булған ҡатынын һәм танышын ултырғыс менән туҡмап үлтергәне хаҡында хәбәр иткән.
Ваҡиға урынына шунда уҡ тәфтиш-оператив төркөмө хеҙмәткәрҙәре юллана. Асыҡланыуынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 33 йәшлек ир бергә йәшәгән 49 йәшлек ҡатын менән элекке танышына - 62 йәшлек иргә ҡунаҡҡа килгән. Осрашыу эске табынында дауам иткән. Аралашыу мәлендә ҡатын ҡасандыр ошо йорт хужаһы менән саунаға барғанын белдергән. Был хәбәрҙе ишетеү менән ярһыған ир ҡулына ултырғыс алып табындаштарын туҡмай башлаған. Алынған тән йәрәхәттәренән ҡатын да, йорт хужаһы ла шул урында йән биргән. Иҫерек ир уларҙың үлгәнен дә белмәй йоҡлап киткән. Уянғас, аш бүлмәһендә ике мәйетте күреп, полицияға хәбәр иткән.
Енәйәтсе ҡулға алынған, уға "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова