Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 17:20

“Атайсал” – бик ҡыҙыҡлы проект

Башҡортостанда “Атайсал” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ул республика халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә, тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған меценаттарҙың тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелә.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев программаға ҡағылған һорауҙарға яуап бирергә ярҙам итте.
Был ниндәй программа һуң?
Яңы проект үҙ ауылы проблемаларын хәл итергә теләгән, әммә быны нисек эшләргә икәнлеген белмәгәндәргә булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, кеше был ауылдан йәки ҡаланан 20 йыл элек күсеп киткән, ундағы ауыл Советынан берәүҙе лә белмәй, ә төрлө фондтарға һәм әүҙемселәргә ышанып етмәй. Ә программала кемдең һәм нисек ярҙам итеүе тураһында мәғлүмәт бар, йәғни ул үҙенсәлекле “Почет таҡтаһы”н тәшкил итә.
Икенсенән, проект килешеүҙәрҙең асыҡлығын һәм ғәҙеллеген тәьмин итә, йәмәғәт контролен тормошҡа ашыра. Сөнки ауыл Советы башлығы менән шәхсән һөйләшеп килешеү – бер, ә ошо эштә ҡатнашыусыларҙға аҡса йыйыу һәм тотоноу буйынса финанс һәм юридик яуаплылыҡҡа эйә булыуы бөтөнләй икенсе эш.
Исем-шәрифен белдермәй, аноним ярҙам күрһәткән меценаттар ҙа бар. Улар өсөн бер нимә лә үҙгәрмәйәсәк.
Программаға нисек эләгергә?
“Атайсал” проекты өсөн республиканың дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы махсус сайт асты. Ул 1 марттан ғына рәсми эшләй башланы һәм әлегә тултырылмай. Программала ҡатнашырға теләһәгеҙ, ataisal.ru һылтанмаһы буйынса теркәлеп, халыҡҡа ҡыҙыҡлы проект тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирегеҙ. Бер аҙ ваҡыттан “Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы вәкилдәре һеҙҙең менән бәйләнешкә инеп, мәғлүмәтте йәнә бер тапҡыр асыҡлар һәм шунан уны сайтта урынлаштырырҙар.
Тиҙән үҙ-ара бәйләнеш яйға һалынасаҡ, үҙенә күрә “теләктәр кенәгәһе” барлыҡҡа киләсәк. Биләмә хакимиәттәре унда үҙҙәренең теләген белдерә ала. Мәҫәлән, “Ивановка ауылы зыяратын ҡоймаларға кәрәк” йәки “Яҡуп алыуына тиҙ арала юл һалырға кәрәк” тип яҙа ала.
Бөтә теләктәр ҙә йылдам үтәлмәҫ, әлбиттә. Уның ҡарауы, меценаттар нисек ярҙам итергә тип баш ватмаясаҡ.
Ниндәй проекттар ҡатнаша ала?
Ғариза биргәндә теләкте мөмкин тиклем анығыраҡ күрһәтергә тырышығыҙ, сөнки проекттарҙың исемлеге бик ҙур. Улар: һәйкәлдәрҙе, обелисктарҙы һәм башҡа мираҫ объекттарын реставрациялау, төҙөү, реконструкциялау;
спорт сараларына булышлыҡ итеү, уларҙы ойоштороу, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, төҙөү, спорт командаларына бағыусы булыу, спорт мәктәптәре өсөн ҡорамалдар һатып алыу;
ҡорамдар, мәсеттәр, сиркәүҙәр һалыу, ғәмәлдәгеләрен реконструкциялау;
мкәтәп, балалар аҡсаһы, мәҙәниәт йорто һалыу, ремонтлау, финанс ярҙамы күрһәтеү, парктарҙы, ял зоналарын төҙөкләндереү;
йәнлектәр өсөн приют төҙөү, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына юл ҡуймау, хайуандарҙы һаҡлау, яҡлау менән шөғөлләнгән йәмәғәт ойошмаларына булышлыҡ итеү, шишмәләрҙе, зыяраттарҙы төҙөкләндереү;
балалар өсөн саралар, акциялар, күргәҙмәләр, фестивалдәр ойоштороу, уларҙы үткәреү өсөн бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү;
китап нәшер итеү, ауыл китапханаларының фондын яңыртыу, фильм төшөрөү.
Шул уҡ ваҡытта дауалауға аҡса йыйыу, реклама, ҡайһы бер дини саралар, сәйәси эшмәкәрлеккә, мәғлүмәт һәм агитация кампанияһына бәйле саралар, мәҫәлән, ауыл Советы депутатлығына кандидат менән осрашыу йәки урындағы заводтың яңы продукцияһы менән таныштырыу, программала ҡатнаша алмай.
Программа нисек эшләй?
Республикалағы ауылдарҙың береһенә ярҙам итергә теләһәгеҙ, сайтта теркәләһегеҙ. Һеҙҙең менән бәйләнешкә инеп, мәғлүмәтте асыҡлайҙар һәм уны сайтта урынлаштыралар һәм бер үк ваҡытта муниципалитетҡа ебәрәләр. 10 көн эсендә һеҙгә ауыл Советынан шылтыратып, эшкә әҙер булыуҙары хаҡында белдерәләр, яуаплы кешене билдәләйҙәр. Һеҙ райондағы хәриә фонды иҫәбенә аҡса күсерәһегеҙ (реквизиттарын һеҙгә ебәрәләр). Муниципалитет эште үҙе башҡара һәм сайтында отчет бирә.
Ярҙам иткем килә, тик аҡсам юҡ. Нимә эшләргә?
Мотлаҡ миллион һум бүлеү тураһында һүҙ бармай, аҡса күләме бәләкәй булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, районға кәрәкле проектҡа ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә мөмкин. Ауыл Советы зыяратты төҙөкләндерә, был эшкә 50 мең һум бүлә алаһығыҙ.
Башҡа яҡташтар менән берләшеп, ниндәйҙер мәсьәләне хәл итергә була. Йәнә урындағы башланғыстар программаһына ҡушылып, үҙегеҙҙең иғәнәгеҙҙе күсерә алаһығыҙ.
фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова