Республика транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жулько белдереүенсә, төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙы хеҙмәтләндереүгә, ҡарҙы таҙартыуға, “Башкиравтодор” мәғлүмәттәре буйынса, 529 берәмек техника, шул иҫәптән 168 берләштерелгән юл машинаһы йәлеп ителгән. Өфө райондарына “Торлаҡ хужалығы идаралығы” учреждениеһының 274 берәмек техникаһы, 252 эшсеһе, 140 махсус машинаһы сыҡҡан. Дөйөм алғанда, 1154 эшсе, уларҙың 722-еһе урам йыйыштырыусы, ҡарға ҡаршы “көрәш”кә сыҡҡан. “Урал буйы” юл идаралығының 116 берәмек махсус техникаһы һәм 100 махсус машинаһы көнө-төнө республика юлдарында туҡтауһыҙ эшләй.
“Әле һауа торошо тотороҡланды, юлдарҙы таҙартыу бара. Ҡар яуған мәлдә юл асыҡ булһын өсөн патруллек алып барылды. Ҡайҙалыр тораҡ пункттарына ла, ауыл биләмәләренә лә ярҙам итәбеҙ - урамдарҙы ҡар ныҡ ҡаплаған. Мәҫәлән, Әлшәй районында “Башкиравтодор”ға урамды таҙартыуҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр – кешеләр өйҙән сыға алмаған”, – тип белдерҙе министр урынбаҫары.
Махсус машиналар муниципаль әһәмиәттәге “Ишембай – Кинйәбулат – Юғары Этҡол”, Бишбүләк районында урындағы әһәмиәттәге “Йылболаҡ – Матвеевка –Пчельник – Лассирма”, Әбйәлил районында “Озерный - Покровка” автомобиль юлдарын таҙартҡан.