Мәҫәлән, Краснокама районының Николо-Березовка ауылынан водитель Михаил Степанов мышыға төкөй яҙған. Ҡырағай хайуан юлға ҡапыл йүгереп килеп сыҡҡан. Бәхеткә күрә, бәрелеш булмаған.
Әйтергә кәрәк, юл патруле инспекторҙары ял көндәре көсәйтелгән режимда эшләй. Һәр районда рейдтар уҙғарыла, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәгәндәрҙе һәм эскән водителдәрҙе иҫкәртеү буйынса етди эшмәкәрлек алып барыла.
Тағы ла көтөп алған ял көндәре башланды. Һәр кем тыуған ауылына йә ял итергә, сәфәргә юллана. Әммә юлда хәүефһеҙлек саралары тураһында онотмағыҙ.
Ҡабаланмағыҙ, яйлап барһағыҙ, тәғәйен урынға имен барып етегеҙ.