Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 12:45

Нәбиуллиндар өсөн тауыш бирәйек!

1 мартта билдәләнгән Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан “Башҡортостан” республика гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге үҙ төркөмөндә конкурс иғлан итте.

22 февралдән 28-енә тиклем бер аҙна дауамында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән өлгөлө, татыу, эшһөйәр ғаиләләр “Күркәм башҡорт ғаиләһе” исеме өсөн көрәшә.
28 февралдә 23.00 сәғәттә иң күп тауыш йыйған өс ғаилә билдәләнә. Улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәр “Башҡортостан” гәзитенең дипломы менән бүләкләнәсәк.
Конкурста беҙҙең райондан Яуыш ауылында йәшәүсе Нәбиуллиндар ғаиләһе ҡатнаша. Улар өсөн һеҙ ҙә тауыш бирә алаһығыҙ. Бының өсөн “Башҡорт-остан” гәзите төркөмөнә ҡушылырға кәрәк. Берҙәм булайыҡ – яҡташтарыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!