Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 13:05

20 февраль республикала – ҡыҫҡартылған эш көнө

20 февралдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында.

«23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө – байрам. Хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ял көнө шәмбе 20 февралдән дүшәмбе 22 февралгә күсерелде. 2021 йылдың 20 февралендә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара», — тип билдәләнеләр ведомствола.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 21, 22 һәм 23 февраль ял көндәре булып тора.
Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көнө — 23 февраль отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы