Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 11:20

Республикала көслө ел, буран һәм ҡар һырынтыһы көтөлә

Республиканың көньяғында елдең секундына 18 метр тиҙлектә иҫеүе, көслө ҡар, ҡар яуғанда, буран ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе көтөлә, тип иҫкәртә республика ҡотҡарыусылары.

Һауа шарттарын иҫәпкә алып, республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа айырыуса иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа һәм тиҙлек режимын үтәргә кәңәш бирә.
Автомашиналарҙы ағастар һәм нығытылмаған конструкциялар янында ҡалдырыу хәүефле, ел көсәйгәндә ҡолауҙары ихтимал.
Дөйөм алғанда, республикала алдағы тәүлектәрҙә урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.
Һауа температураһы төндә — 23-28, урыны менән 33 градус һыуыҡ. Көндөҙ иһә минус 12-17 градус.
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм номер – 112.
Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева