Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 18:00

Батыр яугирҙәрҙе иҫкә алдылар

15 февралдә, совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылған көнөндә, барыбыҙ ҙа үҙ антына тоғро ҡалған, Тыуған иле алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәгән һалдаттар алдында баш эйәбеҙ.

Ә уларҙың күптәре Ватан алдындағы был бурысын ғүмере хаҡы менән үтәгән. Һалдаттар һәм офицерҙар киләсәк быуындар өсөн ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө күрһәткән. Бөгөн баш ҡалала интернациональ бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған яугирҙәрҙе хөрмәтләп иҫкә алдылар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм республикабыҙҙың башҡа министрлыҡ-ведомстволар вәкилдәре Өфөләге Еңеү паркында “Ҡайғылы әсә” мемориалына сәскәләр һалды. Сарала шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һәләк булған яугир-интернационалистарҙың туғандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм йәштәр ҙә ҡатнашты.
Йыл һайын был көндө афған һуғышынан ҡайтмаған һалдаттарҙы хәтергә алалар. Тап бынан 32 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу тамамланған. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календаренә индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә.
Фәнзил Йомағужин да 1980 йылда Афғанстанға эләккән. “Өс тиҫтәнән ашыу йыл үтһә лә, был көн әле һаман бөгөнгө кеүек хәтеремдә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер хеҙмәтттәштеребеҙҙең ғүмере ошо яуҙа өҙөлдө. Улар хаҡындағы хәтер күңелебеҙҙә – мәңгелек”, – ти ҡасандыр Өфө ҡалаһынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған Фәнзил Йомағужин. “1982 йылдың 6 апрелендә хәрби хеҙмәткә алынғайным. Совет ғәскәрҙәре составында афған һуғышында ҡатнаштым. Был осор күңелемдә айырым хәтирә булып һаҡлана. Йыл һайын ошо көндә “Ҡайғылы әсә” мемориалына киләм һәм хеҙмәттәштәремде иҫкә алам”, – ти Сәлих Тоҡомбәтов. Ул үҙе – Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылынан.
Ә Афғанстанда совет ғәскәрҙәре составында 9,5 меңдән ашыу кеше һуғышҡан, уларҙың күпселеге орден-миҙалдар менән наградланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 300-ҙән ашыу яҡташыбыҙҙың ғүмере яу ҡырҙарында өҙөлгән. Илебеҙ Афғанстанда 15 меңдән ашыу һалдат-офицерын юғалтты.
Илебеҙ тарихындағы был аяныслы йылдар – мәңге хәтеребеҙҙә. Улар бер ҡасан да онотолмаҫ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор: Айһылыу Низамова