Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 11:22

Владимир Путин: "Бюджет өлкәһендә эш хаҡы асыҡ, аңлайышлы һәм ғәҙел булырға тейеш"

Президент Владимир Путин бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ғилми хеҙмәткәрҙең эш хаҡын түләү проблемаларын тиҙ арала хәл итергә ҡушты.

Ил башлығының май указына ярашлы бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү тураһында һуңғы тапҡыр 2018 йылда отчет бирелгән.
"Бөгөнөгө көндә йәмғиәт өсөн мөһим булған социаль, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе белгестәрен лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Күп етәкселәр буш отчеттар ҡарарға өйрәнеп килә, шулай уҡ эш хаҡын тулы кимәлдә түләмәҫ өсөн эш ваҡытын ҡыҫҡартҡандар ҙа бар. Ә бит хеҙмәткәрҙәр эш кимәлен яртылаш түгел, тулыһынса башҡара. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә ныҡлы тикшереү уҙғарырға тейешбеҙ. Эш ни тиклем ҡатмарлы булһа ла, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын көйләү өсөн аҙ ғына ваҡыт бирәм, ”- тине ил башлығы.
Президент һүҙҙәренсә, бюджет өлкәһендә эш хаҡы асыҡ, аңлайышлы һәм ғәҙел булырға тейеш.