Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 16:40

Башҡортостан юлдаш телеканалы Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Юрий Шевчуктың һәм «ДДТ» төркөмөнөң концертын күрһәтә

23 февралдә Башҡортостан юлдаш телеканалы «ДДТ» төркөмөнөң һәм уның алыштырғыһыҙ лидеры Юрий Шевчуктың ике сәғәтлек концертын күрһәтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төркөм Республика көнөндә Өфө амфитеатрында сығыш яһағайны. Юрий Шевчук һәм «ДДТ» байрам концертының хедлайнеры булды, яҡташтарына яңы һәм тамашасылар яратып өлгөргән йырҙарҙан программа бүләк итте. Концертҡа бик күп халыҡ йыйылды, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да төркөмдөң ижадын һөйөүселәр килде. Байрам уңайынан артистар башҡортса ла йырлап ишеттерҙе.
Юрий Шевчуктың һорауы буйынса, сығыш Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында күрһәтелмәне, ә концерттың эфир варианты әҙерләнде.
Концертты 23 февралдә киске сәғәт 7-лә ҡарарға мөмкин.
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: ДДТ