Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 11:55

Туймазыла Терминатор буласаҡ...

"Туймазы хәбәрҙәре" хәбәр итеүенсә, урында йәшәгән Рәмил Шаһинуров үҙенсәлекле шөғөлө менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткән: ул кино геройы Терминатор Т-800-ҙө дүртенсе ай гаражында үҙе йыя икән.

Ике метр бейеклектәге, 200 килограмм ауырлыҡтағы роботтың төп геройҙыҡыса күҙҙәре янып тора. Ул башын бора ала, аҫҡы яңағы ҡыбырлай. Ҡул-аяҡтары ла хәрәкәтләнәсәк, ти Рәмил.
"Иң ауыры - кәрәкле деталдәрҙе табыу. Шуға тәүҙә алдыма күп итеп тимер-томор йыйып һалып, араларынан тура килгәндәрен эҙләп алдым, артабан токарь йәки фрезер станоктарында уларҙы кәрәкле үлсәмгә еткерҙем. Шунан инде роботтың тән өлөштәрен металл болт менән нығыттым. Электр менән эш иткәндә дуҫым ярҙам итте", - ти Рәмил.
Робот һатылмай икән, хәҙер уның эргәһенә тағы берәү өҫтәләсәк - дүрт аяҡлы дуҫын эшләү уйы менән яна егет.
Фото: tuvest.ru
Автор: Аклима Гизатуллина