Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 18:35

Бушлай ярҙам итәләр

Республиканың 35 районында бушлай юридик консультация көнө үткәрелә.

10 февралдә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 35 “Ғаилә” үҙәгендә бушлай юридик консультациялар көнө үткәрә. Сара “Айыҡ ауыл-2020”конкурсының республика этабы сиктәрендә үткәрелә. Конкурста ҡатнашҡан райондарҙа йәшәгәндәр квалификациялы белгестәргә бушлай юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Суд ярҙамында алименттарҙы нисек түләтеү, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең хоҡуҡтары һәм башҡа һорауҙарға яуап бирәләр.
Сара сәләмәт тормошто пропагандалауға, йәш быуынды эскелек, тәмәке тартыу һәм наркомания кеүек афәттән йолоп ҡалыуға йүнәлтелгән. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты маҡсаттарының береһе.
Автор: Айһылыу Низамова