Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 11:25

Медицина тикшереүе үткәреүҙең яңы ҡағиҙәләре раҫланды

Хеҙмәткәрҙәргә медицина тикшереүе үткәреүҙең яңы ҡағиҙәләре табиптар бригадаһының эш урынына барыуын күҙ уңында тота.

Ҡағиҙәләр 2021 йылдың 1 апреленән 2027 йылдың 1 апреленә тиклем ғәмәлдә була, тип хәбәр итте Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте.
Медицина тикшереүенә йүнәлтмәлә (ул электрон булырға мөмкин) мотлаҡ медицина страховкалау полисының номеры күрһәтелергә тейеш.
Хеҙмәткәрҙәр медицина ойошмаларында диагностика тикшереүе үткән осраҡта ғына табиптарҙың күсмә бригадаларына периодик медицина тикшереүе үткәрергә рөхәт ителә.
Юғары әҙерлек режимы (ғәҙәттән тыш хәл) иғлан ителһә, эш биреүсенең ҡарары менән периодик медицина тикшерүе алты айға тиклем кисектерелергә мөмкин.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғо менән һылтанма буйынса танышырға була.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы