Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 13:30

“Аяҡһыҙ ҙа йәшәргә риза...”

Яман шеш арҡаһында аяҡһыҙ ҡалған Рафаэль химия терапияһының өсөнсө курсына әҙерләнә.

20 йәшлек егетттең ошо ғүмер эсендә кисергәндәрен һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Спортсы тормош ауырлыҡтарына зарланмай, нисек тә булһа йәшәргә, сирҙе еңергә тырыша. Ике тапҡыр нур терапияһын алғандан һуң уға яңынан тикшеренеү үтергә кәрәк, шуның һөҙөмтәһендә табиптар метастазалар торошон баһалаясаҡ.
- Дауаханала бер аҙна дауаланасаҡмын, әлегә үҙемде алдағы көрәшкә әҙерләйем, - ти егет. - Өйҙә мөмкин булғанса күнегеүҙәрҙе дауам итәм, тик бик ауыр, химия терапияһы бөтә көстө ала. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, мин быға ышанам.
Былтыр яман сир аяғынан йыҡҡас, егет үҙен тиҙ ҡулға алды, операцияны ла ирҙәрсә ныҡлыҡ менән үткәрҙе. “Аяҡһыҙ ҙа йәшәргә риза, тик сирҙе нисек тә еңергә кәрәк,” - тигән инаныс менән йәшәй Рафаэль Абзалетдинов.
Былтыр операциянан һуң яңынан йөрөргә, уңайһыҙ протездарға яйлашырға тура килде. Ул Паралимпия уйындарында ҡатнашырға хыяллана, тик әлегә уның бионик протезы юҡ.
Көслө рухлы спортсыға һаулыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ, үҙе әйткәнсә, барыһы ла яҡшы булыр!
Елена Жилина фотоһы.
Автор: Дина Арсланова