Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 17:00

Новосибирск өлкәһе Башҡортостанда инфекция үҙәген төҙөү тәжрибәһен үҙләштерергә әҙер

Рәсәйҙең 15 төбәге заманса инфекция үҙәген төҙөү тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Башҡортостанға мөрәжәғәт итте.

Улар араһында Новосибирск өлкәһе лә бар. Губернатор урынбаҫары Юрий Петухов етәкселегендәге делегация республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, уның урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һәм Стәрлетамаҡ мэры Владимир Куликов менән Стәрлетамаҡтағы инфекция үҙәгенә барҙы.
«Башҡортостандағы коллегаларыбыҙ беҙгә заманса инфекция үҙәген күрһәтте. Был тәжрибә беҙҙең өсөн бик мөһим. Госпиталь уңайлы, инфекция госпиталенең ошондай моделе беҙгә тура килә. Башҡа төбәктәрҙә йоғошло сирҙәр үҙәктәрен төҙөү тәжрибәһе менән дә таныштыҡ, Башҡортостан тәжрибәһендә туҡталырбыҙ, моғайын», — тине Юрий Петухов.
Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, төбәктә ике заманса инфекция үҙәген төҙөгәндә, властар проектты киңәйтергә иҫәп тотҡан.
«Новосибирск өлкәһе вәкилдәре заманса һәм яҡшы йыһазландырылған госпиталь төҙөлөшөнөң ошондай формаһы һөҙөмтәле һәм кәрәкле булыуын сираттағы тапҡыр раҫланы. Башҡа төбәктәргә килгәндә, беҙ уларға проектты күрһәтергә лә, төҙөүселәр менән ярҙам итергә лә әҙер», — тип билдәләне Андрей Назаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡта инфекция госпитале 50 көн эсендә һалынды. Дауахананың майҙаны – 16 мең квадрат метр. Диагностика, дезинфекция, лаборатория, дарыухана, үҙәк-стерилизация бүлексәһе, шулай уҡ табиптар өсөн ятаҡ бар. Бында ауыр сирлеләр өсөн 60 палата, 14 реанимация урынлашҡан. Бынан тыш, проектта бала табыу, балалар, хирургия, ҡабул итеү бүлексәләре, медицина персоналы өсөн 40 урынлыҡ ятаҡ ҡаралған.
Алдан Силәбе өлкәһендә Башҡортостан проекты буйынса госпиталь төҙөлөүе тураһында хәбәр ителгәйне.
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы