Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 20:00

Әбйәлилдә - "Формула 1" ярышы

Әбйәлил районының Таштимер ауылында ғәҙәти булмаған ярыш үтте.

Сара Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналды. Дәртле һәм сәмле таштимерҙәр күптән түгел генә хоккей майҙансығы төҙөп, боҙҙа сәкән һуғып, хоккей ярыштары үткәрһә, әле тағы ла бер матур ярышҡа нигеҙ һалды - тәүгеләрҙән булып "Формула 1" ярышын ойошторҙолар.
Ғәҙәти ярышҡа ҡатнашыусылар ҙа, ҡыҙыҡһынып уны ҡарарға теләүселәр ҙә күп булды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡиммәтле болидтарҙан айырмалы , ярышта Рәсәй автомобилдәре, ә пилоттар урынында ябай ауыл кешеләре ҡатнашты. Сарала бөтәһе ике тиҫтәнән ашыу машина иҫәпләнде, улар араһында иҫке "Жигули"нан алып заман талаптарына яуап биргән "текә" внедорожниктарҙы ла күрергә мөмкин.
Ауыл халҡы ярышҡа бик етди әҙерләнгән ине: ҡарҙың күп булыуы ла таштимерҙәрҙе ҡурҡытмаған, бергәләшеп алдан трасса әҙерләнгән, ярышҡа медицина һәм юл-патруль хеҙмәткәрҙәре саҡырылған. Бәйгелә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр ҙә етди әҙерләнгән, бәғзеләре хатта тәгәрмәстәренә саморездар беркетеп сыҡҡан.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса шәхси беренселектә Эльдар Нурисламов беренселекте яуланы.
Тәүге тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, "Формула 1" ярышы бик ҡыҙыҡлы үтте, Таштимер халҡы артабан да был уҙыштарҙы дауам итергә ниәтләй. Бер һүҙ меннә әйткәндә, Әбйәлил районында йәнә бер матур һәм ҡыҙыҡлы сараға нигеҙ һалынды.
Әйткәндәй, был ярыш ауыл халҡының "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә үтте.
Фото һәм видео: "Таштимер ауылы хәбәрҙәре" сайтынан.
Автор: Карима Усманова