Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 15:00

Өфө табибы ни өсөн COVID-19 кисергәндәргә һәм прививка яһатҡандарға битлек кейеү кәрәклеге тураһында һөйләне

Һауыҡҡандан һуң барлыҡҡа килгән G имунноглобулиндары (антиесемдәр) кәмей башлаһа, яңынан коронавирус инфекцияһын йоҡторорға мөмкин.

Йәки кешелә вирустар уның антиесемдәренә ҡарағанда күберәк булһа. Өфө профессоры Нәүфәл Заһиҙуллин өйрәтеү видеоһында ошо хаҡта һөйләне.
Сирҙе еңгәндән һуң айҙар үткән һайын ауырып китеү хәүефе арта.
Шулай уҡ яңы штамдарҙың барлыҡҡа килеү хәүефе бар. Әйтәйек, Британияла яңы штамды йоҡторғандар күп, хәйер, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ул элеккеһенә ҡарағанда еңелерәк үтә.
Табип ҡабаттан сирләмәҫ өсөн битлек кейеп йөрөргә һәм прививка яһатырға кәңәш бирә.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы