Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 18:35

Алынған кредит үҫешкә йүнәлтелгән

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының мөһим йүнәлеше – эшҡыуарҙарҙың финанс ресурстарынан льготалы файҙаланыуын тәьмин итеү.

Улар дәүләт гарантияһы ярҙамында коммерция банктарынан кредит алыу мөмкинлегенә эйә. Бындай ярҙам республиканың Эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының Төбәк гарантия фонды тарафынан күрһәтелә.
Дәүләт ярҙамы нигеҙендә Өфө компрессор заводы әйләнештәге аҡсаны тулыландарыу өсөн 25 миллион һум йәлеп иткән. Заводтың конструкторлыҡ-технологик бүлеге бар. Унда 90-дан ашыу квалификациялы белгес эшләй.
Предприятие газ тултырыу менән шөғөлләнгән компрессор станциялары һәм күсмә газ тултырғыстар өсөн азотлы, һауа компрессор ҡулайламалары етештерә. Бөтә продукция юғары технологиялы ҡорамалдарҙа сығарыла, тейешле сифат һәм ярашлылыҡ сертификаттары бар. Өфө компрессор заводы Рәсәй буйынса ошо тармаҡ алдынғыларының береһен тәшкил итә.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова