Һүгенгән өсөн кешегә штраф һалынмаясаҡ, уның яҙып ҡалдырған комментарийҙары ғына юйыласаҡ. Был социаль селтәрҙәге ҡулланыусыларға теҙгенде бушатырға, насар һүҙҙәрҙе элеккеләй иркен ҡулланырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Сөнки бындай контентты сайт йә социаль төркөм хужалары юйырға, кәрәк булһа, ҡулланыусының бында хоҡуғын сикләргә тейеш була.
Һүгенеү һүҙҙәре булған яҙмаларҙы һәм башҡа законға ярашһыҙ мәғлүмәтте юйыуҙан баш тартҡан интернет-майҙансыҡтарға һигеҙ миллион һумғаса штраф янай.
Шул уҡ һүгенеү һүҙҙәре ҡулланып оппонентын мыҫҡыл итеп, кәмһетеп яҙғандар өсөн ил закондары кодексында “Кәмһетеү” статьяһы бар. Уның сиктәрендә закон боҙғандарға 100 МРОТ-ҡа тиклем күләмдәге штраф йәки ярты йылға һуҙылған холоҡ төҙәтеү эштәре янай.
Йәмәғәт урындарында һүгенгәндәр 15 тәүлеккә иректәрен мәхрүм ителә, йәки 15 МРОТ күләмендәге штраф түләй.