“Өлкәне Александра өсөнсө класта уҡый, бик тырыш, тәртипле. Бәләкәсе Вероника – оялсан, әммә изгелекле һәм наҙлыҡай”, – тип балалар тураһында һөйләй тәрбиәселәре.
Ҡыҙҙарҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынғандар Өфө ҡалаһының опека һәм попечителлек буйынса идаралығына (+7 347 279‑91-85, +7 347 279‑91-84) шылтырата ала.
Атай-әсәй эҙләгән Александра һәм Верониканың, шулай уҡ башҡа балаларҙың паспорты менән тәрбиәгә алырға теләгәндәр “Видеопаспорт” проекттың сайтында таныша ала. Ошо хеҙмәттәшлек осоронда баш ҡаланың балалар учреждениеларынан 110-дан ашыу етем баланы ғаиләгә урынлаштырыу мөмкин булған.
Фото: “Башинформ” сайтынан.