Мәсетле тормошо
+10 °С
Облачно
Новости
29 Января 2021, 08:30

Тәғәйенләү

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы баш табибы итеп Анастасия Нәғим ҡыҙы Бәҙәмшина тәғәйенләнде.

Ул Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2001 йылда башлай. 2017 йылдан Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы баш табибының медицина буйынса урынбаҫары булып эшләй.