Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 12:00

Башҡортостан Башлығы йәнә атай булды

Уның һәм ҡатыны Каринэның 26 ғинуар иртәһендә улы тыуҙы. Билдәле булыуынса, республиканың етәксеһенең хәләл ефете балаһын Өфөлә донъяға килтерҙе. Сабыйҙың исеме әлегә билдәһеҙ.

«Башинформ» агентлығы комментарий алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте, унда Башҡортостан етәксеһенең улы тыуыуы тураһында мәғлүмәтте раҫланылар. Әсәй һәм сабый үҙҙәрен яҡшы тоя.
Хәбировтар өс ул тәрбиәләй. Яңы тыуған сабый — 56 йәшлек Радий Хәбировтың дүртенсе балаһы.
Фото: социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы