Әлеге ваҡытта Башҡортостанға 13 мең 842 доза вакцина килтерелде. Вакцинаның беренсе компоненты бөтәһенә лә яһалды. Прививка эшләткәндәрҙең 38,5 проценты икенсе компонентты алды.
«Ғинуар-февралдә 151 мең доза вакцина көтөлә. 72 медицина учреждениеһында вакцинация пункты эшләй, тағы 13 пункт асылырға тейеш. Предприятиеларға сығыу өсөн күсмә пункттар ҙа ойошторола, беренсе тәжрибә булды ла инде – социаль учреждение хеҙмәткәрҙәренә прививка эшләнде», — тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
«Коронавирус проблемаһын хәл итеүҙең төп юлы – вакцинация. Шуға күрә вакцина яһап өлгөрөү өсөн инфраструктура әҙерләргә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.