Мәсетле тормошо
+16 °С
Облачно
Новости
25 Января 2021, 06:30

Яҡташыбыҙ – Европа чемпионы

Өфөлә тыуып үҫкән билдәле спортсы Семен Елистратов Польшаның Гданьск ҡалаһында уҙғарылған Европа чемпионатында шорт-трек буйынса 1,5 мең метр дистацияла беренсе урын яуланы. Ул 2 минут 18,384 секундта финиш һыҙығына етә.

Көмөш миҙалды ла Рәсәй спортсыһы Денис Айрапетян яулай. Өсөнсө булып Нидерланды спортсыһы Шинки Кнегта финишҡа килә. Әйткәндәй, данлыҡлы яҡташыбыҙ былтыр декабрь айында сираттағы Рәсәй чемпионы титулын да яулағайны.
“Семен Елистратов менән ғорурланабыҙ. 30 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан яҡташыбыҙ шорт-трек буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, 2014 йылғы Олимпиада чемпионы, 2018 йылғы Олимпиаданың бронза призеры, күп тапҡыр Европа чемпионы, Донъя чемпионаттары еңеүсеһе һәм призеры, Донъя кубогына эйә. Әлбиттә, бында Семенды бәләкәй сағынан тәрбиәләгән тренер Андрей Иванович Максимовтың өлөш ҙур”, - тип ғорурлығын белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Рәсәй Конькила йүгереү спорты союзынан.
Автор: Римма Султанова