Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 13:55

Өфөнән 10 йәшлек малай – шахбокс буйынса Рәсәй чемпионы

Өфөнөң «Гастелло» спорт клубының 10 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Рамазан Хәйбуллин шахбокс-фит буйынса Рәсәйҙең онлайн чемпионатында еңеү яуланы.

Ярышта илдең 17 төбәгенән 67 шахбоксер ҡатнашты. Команда зачетында беренсе урынды Санкт-Петербург вәкилдәре алды, икенселә – Силәбе, өсөнсөлә – Амур өлкәһе спортсылары.
Бынан алда «Башинформ» 2020 йылдың йәйендә республикала Шахбокс федерацияһы ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйне. Шахбокс — боксты һәм шахмат уйынын берләштергән спорт төрө.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: шахбокс