Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 16:15

Үҙебеҙҙеке күпкә яҡшыраҡ!

Бөгөнгә республикала 510 предприятие “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” билдәһе менән продукцияһын маркировкалау хоҡуғын алған.

Уларҙың 53-ө аҙыҡ-түлек булмаған 1700 тирәһе тауар төрө етештерә. Әйткәндәй, былтыр 2900-ҙан ашыу аҙыҡ-түлекте үҙ иркең менән маркировкалауҙы раҫлаған 99 диплом бирелгән. Уларҙан 14 предприятие аҙыҡ түлек түгел, тауар етештерә.
Республика етештереүселәренең тауарҙарын, аҙыҡ-түлеген танытыу, уларҙы эске һәм тышҡы баҙарҙа һатыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Ребрендинг тип аталған был эштең маҡсаттары – проект стилистикаһын заманса график дизайндың заман трендтарына ярашлы үҙгәртеү, проекттың аудиторияһын киңәйтеү, брендты танытыуҙы тәьмин итеү, республика етештереүселәре продукцияһы менән сауҙа итеүҙе арттырыу.
“Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” билдәһен Башҡортостан Республикаһының төп дәүләт атрибуттарының төҫ гаммаһына тура килтереү республикала етештерелгән продукцияны Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә һөҙөмтәлерәк һатыуға булышлыҡ итә. “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” яңыртылған билдәһенең өҫтөнлөгө – тәбиғилекте һынландырған еңелсә төҫтәрҙең булыуы һәм яҙыуҙың асыҡ уҡылыуы.
Автор: Айһылыу Низамова