Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 17:20

Өфөлә подъезда үҙенең улын үлтергән ир хөкөм ителде

Өфөнөң Киров районы суды 50 йәшлек иргә «үлтереү» статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ғинуар төнөндә улы дуҫтары менән атаһына килгән. Туғандар араһында ыҙғыш сыҡҡан, улар һуғыша башлаған, шунан һуң йәштәр фатирҙан сығып киткән. Ир бысаҡ алған да лифтта рәнйетеүселәрҙе ҡыуып тотҡан һәм үҙенең улының йөрәгенә бысаҡ ҡаҙаған. Егет урында йән биргән.
Хөкөм ителеүсе ғәйебен таныманы. Суд уны ете йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты. Хөкөм ҡарары әлегә үҙ көсөнә инмәгән.
Фото: Ксения Калинина
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы