Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 13:30

Башҡортостанда Архангел районы башлығы отставкаға китте

Архангел районы башлығы Илшат Әминев вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалды.

Чиновниктың үҙ теләге буйынса отставкаһы советтың сираттан тыш ултырышында ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр «Инйәр» район гәзитенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың июнендә Илшат Әминев Архангел районы башлығы итеп тәғәйенләнгәйне.
Билдәле булыуынса, хакимиәт етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу бурысы быға тиклем Ҡырмыҫҡалы районы советы секретары булып эшләгән Сәйетғәлин Айрат Закир улына йөкмәтелде.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы