Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 14:00

Холестеринығыҙ юғары түгелме?

Холестерин организмға сәләмәт күҙәнәктәр барлыҡҡа килтереү өсөн бик кәрәк, әммә уның юғары кимәле йөрәк сирҙәренә юлығыу хәүефен арттыра.

Эксперттар холестериндың юғарылығын күрһәткән дүрт билдәгә иғтибарлы булыуҙы һорай.
Тәүгеһе – аяҡ-ҡулдарҙа ауыртыныу тойоу. Холестериндың күп тупланыуы ҡан тамырҙарын ҡаплауы мөмкин. Шул арҡала ауыртыу барлыҡҡа килә.
Икенсе билдә - тәндең айырым өлөштәрендә ҡан ағымының өҙөлөүе арҡаһында сәнсеү тойола. Холестериндың юғары булыуы ҡанды ҡуйырта, нервыларҙағы ҡан ағымына йоғонто яһап, сәнсеү тойғоһо тыуҙыра.
Һул яҡтағы күкрәктә ауыртыныу тойоу ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуы тураһында иҫкәртә. Холестериндың юғары кимәле күкрәктә ауыртыу тыуҙырыуы ихтимал, уның шулай уҡ йөрәк өйәнәге билдәһе булыуы ла мөмкин.
Баштағы ҡан тамырҙарының холестерин төйөрсөктәре менән ҡапланыуы елкә өлөшөндә ауыртыу тыуҙыра. Дауаламағанда ҡан тамырҙарының шартлауы һәм инсульт барлыҡҡа килтереүе ихтимал.
Фото:oinsulte.ru
Автор: Дина Арсланова