Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 13:00

Республикала 1 ғинуарҙа юғалған ирҙең тураҡланған кәүҙәһе табылған

Башҡортостандың Ғафури районында юғалған 53 йәшлек ир үле килеш табылған. Криминалистар уның мәйетен Имәндәш ауылындағы туғанының өй баҙында тапҡан.

Һуңғы тапҡыр ирҙе 2021 йылдың 1 ғинуарында күргәндәр. Был көндө ул һөйгән ҡатыны менән йәшәгән туғанына ҡунаҡҡа килгән. Тәүҙә улар ирҙең үҙҙәренә ингәнен кире ҡаҡҡан, ләкин уның мәйетенең ҡалдыҡтары менән тоҡтар табылғас, үлтереүҙәрен таныған.
«Туғанына ҡунаҡҡа килгән ир иҫерткес эсемлектәр ҡулланған. Мәжлес ваҡытында йорт хужалары һәм ҡунаҡ араһында ыҙғыш сыҡҡан. Ҡатын ҡунаҡтың муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, һуңғыһы урында йән биргән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Бер нисә көндән хужа туғанының мәйетен бер нисә өлөшкә бүлгән, ләкин унан ҡотолоп өлгөрмәгән, сөнки өйгә полицейскийҙар килеп ингән. Үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатын Тәфтиш изоляторына ебәрелгән. Уның өйҙәш ире әле иректә, енәйәтте йәшереү осрағы буйынса ҡарар сығарыуҙарын көтә.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: үлтереү