Мәсетле тормошо
+3 °С
Облачно
Новости
14 Января 2021, 09:00
Өфөнөң 2030 йылғы Олимпиаданы үткәреүгә ғариза биреүе идея булараҡ ҡарала – Спорт министрлығы
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, әлегә Өфөнән 2030 йылда Олимпия уйындарын уҙғарыуға кандидат сифатында ғариза биреү идея булараҡ ҡарала.
Добавить в предпочтительные источники Google
«Бөгөн 2030 йылғы Олимпиаданы ҡабул итеүгә кандидат сифатында Өфөнән ғариза биреү мөмкинлеге мәсьәләһе өйрәнелә генә. Беҙ быны идея булараҡ ҡарайбыҙ. Халыҡ-ара Олимпия комитеты билдәләгән тәртип бар. Ғариза уҙғарырға йыйынған ҡаланан, төбәктән һәм Рәсәйҙең Олимпия комитетынан бирелә», — тип аңлатты Руслан Хәбибов брифингта.
Бынан алда «Башинформ» Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһына һылтанма менән Олимпиада үткәреү өсөн ғариза бирергә теләгән төбәккә бер нисә ҡағиҙәне һәм ғариза яҙыу процедураһын үтәү кәрәклеге тураһында
хәбәр иткәйне
.
Фото: Станислав Шахов
Теги:
Олимпиада-2030
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
https://www.bashinform.ru/bash/1545931/
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"