Риза Мәһәҙиев 1972 йылдың 13 мартында Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған.
1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Шул ваҡыттан Салауат дәүләт башҡорт драма театрында эшләй.
Үҙен ҡыҙыҡлы күп планлы актер һәм башҡорт халыҡ, эстрада йырҙарын башҡарыусы итеп танытты. Оҫталығы уға Салауатта ғына түгел, тотош республикала популярлыҡ килтерҙе, Риза халыҡ һөйөүен яуланы. Һайлаған эшенә ижади ҡараш актерға ҡатмарлы профессиональ бурыстарҙы хәл итергә ярҙам итте. Риза Мәһәҙиев – «Актер йыры — 94» конкурсы дипломанты, «Дуҫлыҡ моңо — 2002» конкурсы лауреаты.
Уйнаған ролдәренән бигерәк тә В. Дельмарҙың «Артабан — тынлыҡ» драмаһында – Хоппер, М. Кәримдең «Салауат» трагедияһында – Петр, М.Фәйзи пьесаһы буйынса «Ғәлиәбаныу» музыкаль мелодрамаһында – Хәлил, Н.Ғәйетбаевтың «Үҙ ҡатыныма өйләнәм» комедияһында майор Сайранов ролдәре хәтерҙә ҡалды.
Риза Мәһәҙиев роль өҫтөндә ентекле эшләүе һәм персонаждарының күңел торошон нескә тоя белеүе менән айырылып торҙо. Сәхнәлә эшләгән йылдарында ул театрҙың биҙәге булған 50-нән ашыу роль башҡарҙы.
2003 йылда Риза Мәһәҙиев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды һәм «Йыл актеры» тип танылды, ә 2010 йылда «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исемен алды.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.