Был закон проекты авторҙарының береһе булған Зариф Байғусҡаров белдереүенсә, Рәсәйҙә айныҡтырыу системаһын тергеҙеү - күптән өлгөргән мәсьәлә.
Белеүебеҙсә, бындай учреждениеларҙы 2011 йылда ябыҡ бөттөләр. 1992 йылға тиклем улар Эске эштәр министрлығына ҡараһа, һуңынан медицина учреждениеларына тапшырылды.
“Айнытҡыстар буламағас, иҫерек ҡарауһыҙ ҡала. Йыл һайын 10 меңдән ашыу эскән кеше үлә, Башҡортостанда төрлө мәғлүмәттәр буйынса – 170-203 кеше. Бынан тыш бик күптәр, туңып, инвалидҡа әйләнә. Енәйәттәрҙең 30 проценттан ашыуы эскән килеш ҡылына. Был законға ярашлы, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында, муниципаль берәмектәргә айнытҡыстар асыу мөмкин буласаҡ. Беләм, муниципалитеттар быға ыңғай ҡарай, башлыҡтар менән һөйләштем, уларҙың һүҙҙәренсә, был тәҡдим бик кәрәкле – туңып үлгәндәр күп. Айнытҡыстарҙы социаль учреждениелар базаһында йәки буш торған биналарҙа асырға мөмкин”, – ти депутат.
Яңы закон буйынса, айнытҡыстарҙы дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡ нигеҙендә асырға мөмкин, был иһә төбәктәргә күрһәткән хеҙмәт өсөн түләү алыу мөмкинлеген тыуҙыра. Бер төн йоҡлап сығыу, медицина хеҙмәте яҡынса ике мең һумға төшәсәк, тип күҙаллана. Полиция тураһындағы законға ла үҙгәреш индерелгән, хәҙер тәртип һаҡлау органдары эскән кешеләрҙе айнытҡыстарға яба ала. Быға тиклем уларҙың бындай вәкәләттәре юҡ ине.