Яҙғы сессияның беренсе ултырышында «Башҡортостан Республикаһында автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында» законға тейешле үҙгәрештәр индерелә.
Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, яңы закон түләүле юлдар инфраструктураһын үҫтереү өсөн әҙерләнгән.
«Былтыр федераль кимәлдә ошондай норма индерелгәйне, хәҙер беҙ республика ҡануниәтенә тейешле үҙгәрештәр индерәбеҙ», — тип өҫтәне Толкачев.
Дәүләт Йыйылышында билдәләүҙәренсә, альтернатив түләүле юлдар системаһын үҫтереү юл инфраструктураһын камиллаштырырға һәм юлдарҙа аварияларҙы кәметергә ярҙам итергә тейеш.
«Башҡортостанда түләүле автомобиль юлдары булмаһа ла, күп кенә автомобиль хужалары илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә уларҙың өҫтөнлөктәрен баһаланы, – тине Ҡоролтай рәйесе. – Күпмелер аҡса түләп, водитель үҙенә кәрәкле урынға тиҙерәк һәм уңайлыҡ менән барып етергә мөмкин».
Республикала 2024 йылға тәүге түләүле юл төҙөлөргә тейеш. Ул автомобиль юлы тоннеле һәм Өфө йылғаһы аша күпер төҙөлөшөн тамамлауҙы күҙ уңында тотҡан «Көнсығыш сығыу юлы» проектының бер өлөшө була.