Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 14:15

Ауыр сирлеләрҙең килә башлауы ихтимал – Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы

Оҙайлы яңы йыл каникулдарының республикала коронавирус буйынса эпидемиологик хәлдә кире сағылыш табыуы ихтимал, тип белдерҙе Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

«Тест уҙғарыуҙы 40% кәметттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш кенә лаборатория эшләне. Ауыр сирлеләрҙең килә башлауы мөмкин, тигән хәүеф бар. Хәлдең нисек дауам итеүен ҡарарбыҙ. Байрам көндәрендә үҫеш 3% билдәләнде», — тине ведомство вәкиле.
Республика Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ауырыуҙар артҡан осраҡҡа, буш урындар (30%), кәрәкле дарыуҙар һәм табиптарҙың тәжрибәһе бар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы