Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2021, 17:00

“Кешеләр яҙмышына битарафлыҡ күрһәтергә хаҡыбыҙ юҡ...”

Халыҡ яңы өмөттәр бағлап 2021 йылды ҡаршы алды, күптәр рәхәтләнеп ял итеү форсаты биргән оҙайлы ҡышҡы каникулға алдан уҡ пландар ҡорҙо.

Әммә тормоштоң үҙе кеүек кешеләр ҙә, уларҙың йәшәү рәүеше лә, маҡсаттары һәм көнкүреш шарттары ла төрлө. Үкенескә ҡаршы, тап ошо осорҙа ғаиләләрҙә янъялдар, көнкүрештә янғындар, алкоголь менән ағыуланып йәки туңып үлеүселәр һаны арта. Шуға күрә халыҡтың ғүмере, һаулығы, именлеге өсөн яуап­лы хеҙмәттәргә оҙайлы байрам көндәре, киреһенсә, тынғыһыҙ мәлгә әйләнә.

Эш нисек башлана?

Календарҙа – 4 ғинуар. Эш сәфәре Әбйәлил районына илтте. Маҡсат – район етәкселеге тарафынан ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр, ярҙамға мохтаж яңғыҙаҡтар менән алып барылған тәжрибә менән танышыу.

Иң тәүҙә район хакимиәте баш­лығы Илдар Таһир улы Нафиҡов менән уҙған йыл йомғаҡтары, ал­дағы көндәргә уй-ниәттәр тура­һында әңгәмә ҡорҙоҡ. Әйткәндәй, барыбыҙ өсөн дә ҡатмарлы ғына булған 2020 йылды әбйәлилдәр ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлауға өлгәшкән. Алдан күҙал­лауҙарға ярашлы, райондың бюджет килеме 1591 миллион һум тәш­кил иткән, шуның 484,6 миллион һу­мы, йәғни 30,4 проценты, район­дың үҙ көсө менән табылған килем өлөшөнә тура килә. Был йүнәлеш бу­йынса планды 30 проценттан ашыуға арттырып үтәүгә өлгәш­кәндәр. Башҡа күрһәткестәр ҙә яҡшы ғына.

Артабан һүҙебеҙ сәфәрҙең төп маҡсатына – ауыр тормош хә­лен­дәге ғаиләләрҙең, яңғыҙаҡтарҙың проблемаларына ялғанды. Был йүнәлештәге эш (уны хатта айырым проект тип әйтергә лә мөмкиндер) өсөнсө йыл алып барыла.

– 2018 йылда хакимиәт баш­лығы итеп тәғәйенләнгәс, етәксе бу­лараҡ, мин тыуған районым, яҡ­таш­тарым өсөн нимәләр эшләй алам, нимәләргә иғтибар итергә те­йешмен, тип уйландым. Һәм үҙем өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләнем. Шуларҙың береһе ауыр тормош хәлендә ҡалған ке­шеләргә ярҙам итеү, яҙмыш тарафынан ҡағылып-һуғылғандарҙың күпмелер өлөшөн булһа ла дөрөҫ юлға баҫтырыу, эскелектән арындырыу, үҙ-үҙенә ҡул һалып ҡыйыл­ған ғүмерҙәр, тарҡалған ғаиләләр һанын кәметеү теләгенә бәйле ине, – тип һүҙ башланы Илдар Таһир улы.

Эште нимәнән башлап ебәрә­ләр? Иң тәүҙә район үҙәге Асҡарҙа һәм ауылдарҙа йәшәгән, балаларына тейешле тәрбиә бирмәгән, эс­келек менән мауыҡҡан ғаилә­ләр­ҙең йәки яңғыҙ йәшәп, даими контролгә мохтаж кеше­ләрҙең исемлеге төҙөлә. Унда 573 ғаилә индерелә. “Ғаилә” тип шартлы рәүештә әйтергә кәрәктер, сөнки араларында яңғыҙаҡтар ҙа байтаҡ. Райондағы 15 ауыл биләмәһенә хакимиәт башлығының урын­ба­ҫарҙары, бүлек начальниктары куратор итеп тәғәйенләнә, шулай уҡ район Советы депутаттары йәлеп ителә. Ә урындарҙа эште ойоштороу ауыл биләмәһе хакимиәттәре башлыҡтарына йөкмәтелә. Һәр ғаиләгә алдынғы ҡарашлы халыҡ вәкилдәре – ауыл хакимиәте бел­гестәре, мәҙәниәт йорто мөдирҙәре, фельдшерҙар, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ағинәйҙәр хәрәкәте әүҙемселәре, алдынғы йәштәр, күршеләр араһынан яуаплы кеше беркетелә. Ойоштороу штабы “Бер ғаиләгә – бер яуаплы кеше” тигән алым менән эш итә, әммә әүҙем­селәр араһында дүрт-биш ғаиләне үҙ хәстәренә алғандар ҙа бар. Улар көн һайын, әлеге ише байрам осор­ҙарында хатта көнөнә ике тапҡыр – иртәнсәк һәм кискеһен был ғаиләләрҙең хәлен белешә: атай-әсәй айыҡмы, балалар именме, ашарҙарына бармы, өй йылымы, яғырға утын етәме... Мейестәрҙең, электр ҡорамалдарының төҙөклөгө лә иғтибар үҙәгендә тотола. Хәл-торош шунда уҡ кураторҙарға еткерелә, социаль селтәрҙәрҙә (был осраҡта – whatsapp) булды­рылған төркөмдәргә һалына, һәр ғаиләнең, яңғыҙаҡ кешенең хәле махсус карточкаға теркәлә. Берәй проблема, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта, мәсьәлә район хакимиәте башлығы үткәргән кәңәшмәгә сығарыла һәм тиҙ арала уны хәл итеү юлдары барлана.

Кемгәлер – ял, кемгәлер – яуаплы осор

Иртәнге сәғәт 10. Район хаки­миәте башлығы Илдар Нафиҡов сираттағы эш кәңәшмәһен башлай. 4 ғинуарға ҡарата дөйөм хәл-торош – һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, янғын хә­үефһеҙлеге, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу, каникул осоронда үткә­релгән сараларға ҡағылышлы мәғлүмәттәр тыңланғандан һуң, һүҙ әлеге исемлектә торған ғаиләләргә бәйле эшкә ялғанды. Кисәге көндә кемдең биләмәһендә ниндәй хәлдәр теркәлгән, бөгөнгә ниндәй пландар билдәләнгән, иғтибарҙы айырыуса кемдәргә йүнәлтергә һ.б.

Бер сәғәт самаһы дауам иткән кәңәшмәнән һуң район хаки­миә­тенең социаль үҫеш буйынса бүлек начальнигы Артур Рәил улы Дәү­ләтбаев менән Асҡар ауылының уның ҡарамағындағы биләмәһенә юлланабыҙ. Әйткәндәй, район халҡының дүрттән бер өлөшө тупланған, йәғни 12,5 мең кеше йәшәгән Асҡар дүрт өлөшкә бү­ленеп, һәр биләмәгә айырым куратор беркетелгән. Беҙгә ауыл хакимиәте белгестәре Гүзәл Борханова менән Эльвира Садиҡова ла ҡушылды. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә дүртешәр ғаилә өсөн яуаплы.

Иң тәүҙә шәхси йортта йәшәгән Гөлназ һәм Рауилдың* ғаиләһенә юлланабыҙ. Бында дүрт бала тәрбиәләнә. Алты кешенән торған ғаилә өсөн йорт, әлбиттә, бәләкәй һәм иҫке. Ихата эсендә яңы йорт күтәргәндәр, хужалар алдында уны төҙөп бөтөү бурысы тора. Хужабикә хәлдәренең яҡшы булыуы, әле төшкөлөккә ашарға әҙерләп йөрөүе хаҡында белдерҙе.

Урамға сыҡҡас, был ғаилә өсөн яуаплы Гүзәлдән: “Көн һайын килеп, хәлдәре менән ҡыҙыҡһы­ны­уығыҙҙы нисек ҡабул итәләр, ҡуҙ­ғып китмәйҙәрме?” – тип һорайым. “Юҡ, беҙ улар өсөн үҙ кешегә әйләнеп бөткәнбеҙ инде. Уның ҡарауы, исемлеккә индереп, контролгә алғаны бирле, был ғаиләлә оҙайлы эскелек осраҡтары кәмене”, – тип яуапланы ул.

Артабан дөйөм ятаҡҡа юллан­дыҡ. Өс бала әсәһе Зилә өйҙә булмай сыҡты. Ишекте биш йәшлек ҡыҙ асты ла: “Әсәйем бер кемде лә индермәҫкә ҡушты”, – тип ҡап-ҡара күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ҡурҡып ҡына ҡараны. 12 квадрат метр майҙанлы бүлмәлә – дүрт, Өфөлә эшләп йөрөгән гражданлыҡ никахындағы ир ҡайтһа – биш кеше йәшәй. Йыйыштырылмаған бүлмә­не байҡағандан һуң: “Бәпәйегеҙ ҡайҙа?” – тип һорай Гүзәл. “Бына ята”, – тип төртөп күрһәткәс кенә, тотош ғаилә өсөн йоҡо урыны булған диванда йоҡлап ятҡан бер йәшлек сабыйҙы абайлайбыҙ. Беҙҙең килеүҙе хәбәр иттеләрме икән, балаларҙың әсәһе ашығып ҡайтып инде. Аҡланған төҫлө: “Йомош менән генә сыҡҡайным”, – тип ҡат-ҡат ҡабатланы. “Эсмәнем, айныҡмын”, – тип тә өҫтәне.

Зилә был бүлмәне “Әсәлек капиталы”на һатып алған. “Өс бала менән бигерәк тар бит”, тиеүемә: “Башҡаһына хәлем етмәне, ярҙам итер кешем юҡ”, – тине.

– Балаларығыҙға пособиелар, алимент юлланығыҙмы?

– Пособие алам, әммә ул ғына аҡсаны еткереп булмай... Алимент юлламағанмын. Өлкән улымдың атаһынан имен ҡотолғаныма шөкөр тием. Был ике бәләкәйенең атаһы һирәк-һаяҡ аҡса менән ярҙам итә. Яңыраҡ биш мең һум биргәйне, электр плитәһе, аҙыҡ-түлек һатып алдым.

– Бүлмәгеҙҙе аҙыраҡ тәртипкә килтерергә кәрәктер бит...

– Эйе, обой йәбештерә башла­ғайным, бөтә алманым, – тип аҡса юҡлыҡҡа, балаһы бәләкәй булыуға һылтанды Зилә. Обой йәбеш­те­реүҙән алда түшәк-ҡаралтыны, иҙән­де йыуып, өҫтәлде йыйыш­ты­рыуҙы күҙ уңында тотоуымды әйтеп торманым инде. Ике һүҙҙең бе­рендә “аҡса етмәй” тип зарланған, әммә һәр уңайлы осраҡта эсергә әмәл тапҡан Зилә, ҡатын-ҡыҙ була­раҡ, теләһә, ошо бәләкәй генә бүл­мәне лә гөл кеүек итеп ҡуйыуға һә­ләтле булыуын күптән онотҡан, күрәһең...

Ошоноң ише икенсе бүлмәлә дүрт балалы яңғыҙ ҡатын йәшәй. “Әсәйем айыҡ, эшкә китте”, – тип яуапланы үҫмер улы. “Эшкә урынлашҡаны бирле эсеүен туҡтатты”, – тип хәлгә асыҡлыҡ индерҙе Гүзәл.

Яңғыҙаҡтар ҙа иғтибар үҙәгендә

Ошондай уҡ икенсе ятаҡта йәшәгән Морат ағай Афған һуғы­шын үткән яугир-интернационалист булып сыҡты. “Бүлмәңде тәртипкә килтергәнһең икән”, – тине барып инеү менән әлеге биләмәнең кураторы Артур Рәил улы. “Эйе, кисә һеҙ килеп киткәс тә, сүп-сарҙы түгеп, иҙәнде йыуып алдым”, – тип яуапланы ир. Уның бер аяғы аҡһай, таяҡҡа таянып йөрөй.

– Афғанстанда алған ярамы әллә? – тип ҡыҙыҡһынам.

– Юҡ. Шул эскелек бәләһе инде. Тубыҡты йәрәхәтләнем, өс операция үткәрҙем.

– Инвалидлыҡ юлламаны­ғыҙмы?

– Юлларға ине лә ул, паспортымды юғалтҡанмын.

– Ә ниндәй килемгә йәшәйһегеҙ?

– Апайым ярҙам итә. Был бүлмә лә уныҡы. Хәрби пособие алам, тик уның суммаһы бәләкәй, ошо бүлмә өсөн түләүгә китеп тора.

– Эшләргә теләгегеҙ юҡмы?

– Яңы паспорт юллай башланым. Хәлемдән килгәндәй эш булһа, теләк бар...

Артур Рәил улы паспорт юллау, эш мәсьәләһен контролгә аласаҡ­тарын, мөмкин булғанса ярҙам итергә тырышасаҡтарын белдерҙе.

Артабан юлыбыҙ Ҡужан ауылы­на илтте. Бында беҙҙе Салауат һәм Ҡужан ауылдарын хеҙмәт­лән­дергән фельдшер Резеда Ишбулды ҡыҙы Ишкилдина көтә ине. Юл ыңғай ул былтырғы йылдың сен­тябрендә Салауат ауылында бөтә уңайлыҡтары булған өр-яңы фельд­шер-акушерлыҡ пунктының асылыуы, ике тиҫтә йыл ғүмерен бағышлаған эшен яратып башҡа­рыуы тураһында һөйләне. Төп хеҙмәтенән тыш, Резеда Ишбулды ҡыҙы Ҡужан һәм Салауат ауыл­дарындағы бер нисә ғаиләне үҙ яуаплылығына алған.

Әсәйҙәр – дауаханала, балалар – лагерҙа

Район хакимиәтенең ҡарары менән ҡышҡы каникул осоронда “Ирәндек” балалар ял лагеры ва­ҡытлыса асылған. Бында Яңы йыл һылтауы менән оҙайлы эскелеккә бирелгән ғаиләләрҙең балалары урынлаштырылған. Иң тәүҙә балаларын ташлап, билдәһеҙ йүнә­лештә сығып киткән (асыҡла­ныуынса, күрше Магнитогорск ҡалаһына юлланған) әсәнең дүрт балаһы алып киленгән. Әммә улар, медицина ярҙамына мохтаж булыу сәбәпле, дауаханаға оҙатылған.

Беҙ барғанда бында биш бала бар ине. Дүртәүһе – шулай уҡ бер туғандар. Уларҙы тәүлек әйләнә­һенә өс педагог-тәрбиәсе алмашлап ҡарай, шөғөлләнә. Балалар кө­нөнә биш тапҡыр туҡлана. Бүл­мәләр йылы, яҡты. Яҙмыш тарафы­нан ҡыйырһытылған бәләкәстәр өсөн бөтә шарттар булдырылған.

– Балаларға иғтибар етмәгәне һиҙелә. Һәр береһе менән йәшенә ҡарап шөғөлләнәбеҙ, – ти тәжри­бәле тәрбиәсе Әлиә Вәхит ҡыҙы Сәйетғәлина. Өс кенә йәшлек Дамир ике көн эсендә уға шул тиклем өйрәнгән, хатта ҡулынан төшмәй.

Был балаларҙың әсәйҙәре район дауаханаһының наркология бүлегенә дауаланыуға һалынған. Улар янына ла инеп сығырға ҡарар иттек. “Әле беҙҙә туғыҙ кеше – биш ир-егет, дүрт ҡатын-ҡыҙ дауаланыу курсы үтә. Яңы йыл ише оҙайлы байрам осоро беҙҙең өсөн дә мәшәҡәтле мәл ул”, – ти бүлексәнең өлкән шәфҡәт туташы Гөлсәсәк Мәһәҙиева.

Дүрт бала әсәһе Гөлназ балаларын яңғыҙы тәрбиәләй. “Былтыр ғинуар айында ла ошо бүлексәлә дауаланып сыҡҡайным. Яңы йыл тип эсә башланым да ҡуйҙым шул. Туҡтай алмағас, алып килделәр. Эсмәҫкә кәрәк икәнен аңлайым да бит...” – тип һөйләне ул хәлен.

42 йәшлек Алинаның да тормош юлы ябайҙан түгел. “Туғандарым иремде баштан уҡ яратманы, айы­рылырға мәжбүр иттеләр. Яңғыҙ ҡалғас, йәнем көйөп эсә башланым. Бер генә бөртөк балам бар. Дауа­ланмаһаң, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәбеҙ тип әйткәстәр, килдем”, – тине ҡатын.

Белгестәр ҡатын-ҡыҙ алкого­лизмының күпкә ҡатмарлы күренеш булыуын, уларға был бәйлелектән ҡотолоу ауыр бирелеүен билдәләй. Был осраҡтар ҙа шуға асыҡ миҫал­дыр, моғайын. Бәлки, кемдәрҙелер һиҫкәндерер, уйландырыр ошо яҙмыштар...

“Эскән саҡтар – яман төш кеүек...”

“Исемлек төҙөлгән, ундағы ке­шеләргә даими барып, хәл-әхүәл­дәрен белешәләр, оҙайлы эскән­дәрҙе мәжбүри дауалайҙар... Ә бынан файҙа, ниндәйҙер һөҙөмтә бармы һуң?” тигән урынлы һорау тыуыр күптәрҙә. Был һорау миндә лә булды. Өсөнсө йыл рәттән дауам ителгән эштең ыңғай һөҙөмтәһе бу­лырлыҡ миҫалдар менән ҡыҙыҡһындым.

Фуат Хәйбуллинға 41 йәш. Бөгөн ул “Яҡтыкүл” шифаханаһында тракторсы булып эшләй. Гәзит редак­цияһынан килеүемде, уның эскелек һаҙлығынан ҡотолоу юлы тура­һында яҙырға теләүемде әйткәс, ризалығын белдерҙе. “Йәшерә торған эш түгел: ваҡытында эстем, хатта ныҡ эстем. Быны үҙем дә, башҡалар ҙа белә”, – тине ул.

– Армиянан ҡайтҡас та колхозға эшкә сыҡтым, – тип һүҙ башланы Фуат. – Эш хаҡын ваҡытында тү­лә­мәйҙәр, бирһәләр ҙә, ике-ике мең ярымдан артмай. Трактор менән кешегә эшләйем дә хаҡын араҡы йәки көмөшкә менән алам. Шулай итеп, яйлап эскелек һаҙлығы үҙенә тартып алды инде. Ғаилә ҡорһам да, йәшәүҙең рәте булманы, сәбәбе – шул эскелек...

Фуат Хәйбуллинды ла хаки­миәттә булдырылған баяғы исем­леккә индереп, контролгә алалар. Техниканы яҡшы белгән, эшкә талымһыҙ ир-егет менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, шифаханала тракторсы булып эшләп ҡарарға кәңәш итәләр.

– Илдар Таһир улына рәхмәт, ышаныс күрһәтте. Урынлашҡан саҡ­та “эскән кеше унда эшләй алмай” тип ныҡ итеп әйтте. Бер аҙна­нан ашыу эшләгәйнем, дүрт мең самаһы аҡса алдым. Дәртләнеп киттем, ышанысты ла аҡлағым килде. Тәүҙә байрамдарҙа самалап тө­шөрә инем, бер йыл элек бөтөн­ләй иҫерткес эсемлектән баш тарттым. Аллаға шөкөр, тормошом яй­лан­ды: йортомдо төҙөп бөтөп сыҡ­тым, минең ҡарамаҡта бер түгел, ике трактор, ай һайын хеҙмәт хаҡы алам, ғаиләм дә шат. Еңел машина һатып алырға уйлап йөрөйөм...

– Эскән саҡтар иҫкә төшәме?

– Төшә, әлбиттә. Яман төш ке­үек... Шул ваҡыттарҙа, ни эшләп улайтып эсеп йөрөнөм икән, тип йән көйә. Электән ташлаған бул­һам, күпкә яҡшыраҡ, етешерәк йәшәр инем бит, тип уйланам.

– Эскелекте ташлар өсөн нимә кәрәк?

– Теләк кәрәк, иң тәүҙә кешенең үҙенең теләге булырға тейеш. Унан ҡала шөғөл – күңел биреп башҡарған, ҡәнәғәтлек килтергән эш булыуы кәрәк.

Ташбулат ауылында йәшәгән Урал Хужин да – район күләмендә эскелеккә ҡаршы алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә һәм үҙенең ихтыяр көсө менән яман ғәҙәттән ҡотолған ир-егеттәрҙең береһе. Ғаиләһе, балалары бар.

– “Яҡтыкүл” шифаханаһында эш­ләнем, шул эскелек арҡаһында эшһеҙ ҡалдым. Әкренләп упҡын ситенә килеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ҡатыным төрлөсә көрә­шеп ҡараны ла, был афәтте еңә ал­май, ҡул һелтәне. Көн һайын иртәнсәк тораһың да башта бер генә уй: “Ҡайҙан йөҙ грамм табып эсергә?” – тип бәйән итте үҙенең “тарихын” 42 йәшлек Урал. – Ауыл хакимиәте башлығы Динис Дамир улы: “Урал ағай, ташларға кәрәк был яман ғәҙәтте, эшкә урынлаш, балаларың, ғаиләң хаҡында уйла”, – тип гел әйтә килде. Бер көн хакимиәткә эш һорап килдем. Ул-был йомоштарын башҡарһам, бер эсерлек аҡса булмаҫмы икән, тип уйланым. Миңә эшкә урынлашырға, хужалыҡ буйынса ярҙам итергә тәҡдим иттеләр. Ауылыбыҙҙа өр-яңы балалар, спорт майҙан­сыҡ­тары булған парк асылғайны, шуны тәрбиәләп тороуҙы йөкмәттеләр. Төп талап – эсмәү. Ваҡытында эш хаҡы ала башланым, донъя көтөргә дәрт уянды. Тормошомда эскелек тә кәмене, ә инде ныҡлап ташлағаныма ярты йыл.

– Ҡабаттан эсеп китермен, тип ҡурҡмайһығыҙмы?

– Юҡ, ҡурҡмайым, сөнки мин эскән саҡтағы тормош менән айыҡ йәшәүҙең айырмаһын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, үҙ миҫалымда таты­ным. Айыҡ тормош бөтөнләй икенсе икән: һиңә кеше тип ҡарай­ҙар, һөйләшәләр, кәңәшләшәләр. Алла­ға шөкөр, ғаиләм ҡыуанып бөтә алмай. Балаларҙың ҡарашы үҙгәр­ҙе, “атай” тип кенә торалар. Быйыл нисәмә йылдарҙан һуң тәүге тап­ҡыр ғаиләм менән Яңы йыл ҡаршыланым.

– Ә быға тиклем нисек булды һуң?

– Быға тиклем төнгө сәғәт 12-гә мин иҫереп йоҡлап киткән була торғайным инде.

– Яҡындар, таныштар нисек ҡабул итте һеҙҙең тормоштағы үҙгәреште?

– Элекке әшнәләр менән ара өҙөлдө, көлөп ҡарағандары ла бар, әммә минең иҫем китмәй. Маҡтап-хуплаусылар ҙа күп. Эскән кешегә бер нимә лә кәрәкмәй бит ул – донъяң төҙөкмө, мал-тыуарың именме – ул турала уйлап та бирмәйһең. Ә хәҙер барыһын да хәстәрләге, яңынан-яңыһын булдырғы килә. Малды ишәйттек, донъя яйлап рәтләнә.

Киске кәңәшмә һәм һығымта

Хакимиәттәге иртәнге һөйлә­шеү­гә киске 7-ләге кәңәшмәлә йомғаҡ яһалды. Һәр куратор үҙ би­ләмәһендәге хәл-торош менән таныштырҙы. Оҙайлы байрам көн­дә­ре дауам итеүгә ҡарамаҫтан, исемлектә торған күпселек ғаилә­ләрҙә имен мөхит хөкөм һөрөүе, бығаса бер-ике көн эскән кеше­ләр­ҙең дә айығыуы, донъяһын рәткә килтереүе тураһында бәйән ителде.

Шулай ҙа барыһы ла ал да гөл түгел, әлбиттә. Дүрт айлыҡ ҡына балаһы булған, эскелек менән үтә ныҡ мауыҡҡан ҡатындың өйөнән билдәһеҙ йүнәлештә сығып китеүе беленде. Кәңәшмә барышында шул ауыл хакимиәте баш­лығы уның иҫерек килеш табылыуы, сабы­йының янында булыуы тураһында хәбәр итте. Шунда уҡ тейешле хеҙмәттәр менән һөйлә­шеп, бөгөн үк ҡатынды балаһы менән ваҡытлыса дауаханаға урынлаштырыу, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәт­тә­ренә хәбәр итеп, әсәлек хоҡуғы­нан мәхрүм итеү буйынса эш башлау тураһында килешелде. Куратор – хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Раян Баян улы Фәттәхов менән опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Эльвира Фәйзрахман ҡыҙы Ниғмәтова шунда уҡ әлеге ауылға юлланды. Сәғәткә күҙ һалам: киске һигеҙ тулып үткән. Ә бит ошонда ултыр­ған­дарҙың һәр береһенең үҙ ғаиләһе, донъяуи мәшәҡәттәре бар. Шулай ҙа бындай осраҡта эскән әсәнән бигерәк, дүрт айлыҡ бер гонаһһыҙ сабый хаҡында хәстәрлек тәүге планға сыға...

Бына шулай, һәр проблемалы осраҡ айырым тикшерелә, хәл итеү юлдары барлана. Бер кемгә лә сер түгел: күп бәләләрҙең башы эске­леккә барып тоташа – көнкүрештәге янъялдар арҡаһында ғүмерҙәр өҙөлә, сабыйҙар етем ҡала, янғындар сыға, эскән ата-әсәһенән аңлау тапмаған үҫмерҙәр үҙ-үҙенә ҡул һала, ғаиләләр тарҡала...

– Беҙ яуаплы вазифаға тәғәйен­ләнгәнбеҙ икән, тимәк, ошо мәсьә­ләләрҙе хәл итеү, халыҡтың именлеге, яҡшыраҡ тормошо өсөн дә яуаплыбыҙ. Быны беҙҙең өсөн ситтән килеп бер кем дә эшлә­мәйәсәк, – тине кәңәшмә барышында ла, шәхсән әңгәмә ваҡытында ла Илдар Таһир улы.

Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына бармай, ҡаршылыҡтар, ауыр­лыҡ­тар ҙа етерлек. Шулай ҙа эш бара: ауыр тормош хәлендәге ғаилә­ләр­ҙең һәр береһен тигәндәй исемләп беләләр хакимиәттә. Кемгәлер өйөн йылытырға утын хәстәрләйҙәр, төҙөк булмаған мейестәрҙе, электр сымдарын һәм розеткаларҙы яңыртыу йәһәтенән ярҙам итәләр.

– Эскән кешеләргә ни эшләп ун­дай ярҙам күрһәтәһегеҙ, тип әйтеү­селәр ҙә бар. Улар ҙа бит беҙ­ҙең кешеләр, беҙ улар өсөн дә яуаплы. Яғылмаған һыуыҡ өйҙә туңып йәки төҙөк булмаған электр сымы арҡаһында янып үлһәләр... Өҫтәүенә яндарында бер ғәйепһеҙ балалар булһа... Күптәренә туған­дары ҡул һелтәгән. Ә беҙҙең кеше яҙмышына ҡул һелтәргә, битараф булырға хаҡыбыҙ юҡ, – ти хакимиәт башлығы.

Ике сәғәттән ашыу дауам итте кәңәшмә. Ҡайтыр юлға сыҡҡанда төнгө унынсы ярты ине. Әйләнеп, хакимиәт бинаһына ҡарайым. Бер нисә бүлмәнең тәҙрәләрендә ут яна ине әле. Тимәк, иртәгәлеккә эш йүнәлештәре билдәләнә, халыҡтың имен тормошо хаҡына башҡарылған эш дауам итә.

...Тағы ла теге исемлеккә әйлә­неп ҡайтайыҡ. 2018 йылда унда 573 ғаилә индерелә, тип әйтеп үттек. Дөрөҫ юлға баҫҡан, тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә алған ғаиләләр ул исемлектән төшөрөп ҡалдырыла бара. Бөгөн исемлектә – 489 ғаилә. Һығымтаны һәр кем үҙе яһар, моғайын.
Һүрәттә:
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Таһир улы Нафиҡов


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Әбйәлил районы.

* Әңгәмәселәрҙең һорауы буйынса ҡайһы бер исемдәр үҙгәртеп алынды.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/keshel-r-ya-myshyna-bitarafly-k-r-terg-kha-yby-yu-auyr-tormosh-kh-lend-al-andar-men-n-eshl-buyynsa-b/