«Балалар килеп шыуһын өсөн муниципалитетта бер һырғалаҡ бушлай булырға тейеш. Конькиҙар прокаты түләүле икәнен аңлайым. Ләкин үҙенең конькийы менән килгән баланы индермәү осрағы булмаһын», — тип кәңәш бирҙе Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, ошондай ҡатмарлы йылда балаларға, оло йәштәгеләргә ярҙам итергә кәрәк.
«Күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Хәҙер был мөһимерәк», — тип йомғаҡ яһаны республика Башлығы.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы